Был һүҙҙәр батшаны сығырынан сығара, ул бик асыуланып, төш юраусыны төрмәгә ябырға бойора.
Шунан икенсе «төштәр белгесе»н саҡырта. Быныһы ла батшаны иғтибар менән тыңлай һәм:
– Батшам, – ти, – мин бик шатлыҡлы хәбәр хаҡында әйтергә тейешмен – һин үҙеңдең бөтә яҡындарыңдан да оҙағыраҡ йәшәйәсәкһең!
Батша был һүҙҙәргә бик шатлана, нимә эшләргә белмәй. Төш юраусыны яҡшы бүләктәр, алтын, мул итеп аҙыҡ-түлек биреп оҙатып ҡала.
Тәңренең хеҙмәтселәре, иҫтәре китеп:
– Һин дә бит элекке төш юраусы әйткән һүҙҙәрҙе еткерҙең. Ни өсөн уны төрмәгә япты, ә һине ҙурланы? – ти.
‒– Эйе, беҙ икебеҙ ҙә батшаға төшөн бер үк төрлө аңлаттыҡ. Тик иң мөһиме – нисек еткереү, – тип яуаплаған ир.
Фото: drive2.ru