+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
17 Октябрь 2024, 07:20

Тауығығыҙ йомортҡа һаламы?

Бройлерҙар һәм йомортҡа һалыусы тауыҡтар аҙығына бер аҙ сәй содаһы өҫтәһәң, ашҡайнатыу эшсәнлеген яҡшырта, тиҙерәк үҫеү һәм йомортҡаны күберәк һалыуға ярҙам итә икән.

Тауығығыҙ йомортҡа һаламы?Тауығығыҙ йомортҡа һаламы?
Тауығығыҙ йомортҡа һаламы?

Соданы һыуға ғына һалыуҙан файҙа юҡ: ҡош-ҡорт бындай эсемлекте яратмай. Былай эшләргә: 5 килограмм ҡатнаш аҙыҡҡа киптереп төйөлгән бер ус йомортҡа ҡабығы, 20 грамм сәй содаһы (йылы һыуҙа иретеп) һалырға. Тоҙһоҙ бешкән картуф (дөгө йәки макарон) һыуы өҫтәргә. Бындай аҙыҡ тауыҡ күңеленә бик хуш киләсәк.

Содалы аҙыҡты ҡош-ҡортҡа аҙнаһына бер тапҡыр биреү ҙә етә. Тауыҡтар йомортҡаны аҙ һалған осраҡта иһә, бер-ике ай дауамында, сиратлаштырып, бер аҙнала – содалы, икенсе аҙнала содаһыҙ аҙыҡ ашатырға кәрәк.

Тауыҡҡа балыҡ ашатыу ҙа һөҙөмтәһен тиҙ арала күрһәтер.

Фото: 1kyra.ru

Автор:
Читайте нас