+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
18 Октябрь 2024, 04:00

5 нәмә – Аллаһтан, 5 нәмә – үҙеңдән

Имеш, бер ваҡыт Аллаһы Тәғәлә Муса ғәләйһиссәләмгә әйткән: "5 нәмә – Минән, ә 5 нәмә – һинән".

5 нәмә – Аллаһтан, 5 нәмә – үҙеңдән5 нәмә – Аллаһтан, 5 нәмә – үҙеңдән
5 нәмә – Аллаһтан, 5 нәмә – үҙеңдән

 Илаһилыҡ – Минән, ә ғибәҙәт ҡылыу – һинән.

Ниғмәттәр – Минән, ә шөкөр итеү – һинән.

Тормошҡа ашырылыу, башҡарылыу — Минән, ә доға ҡылыу – һинән.

 Тормоштағы төрлө мәсьәләләрҙең хәл ителеүе – Минән, ә сабырлыҡ күрһәтеү – һинән.

 Йәннәт – Минән, ә бойһоноу, итәғәт итеү – һинән.

Аллаһы Тәғәләнең Муса пәйғәмбәр менән ошо һөйләшеүе – һәр әҙәм балаһы өсөн тәрән хикмәткә эйә булған һабаҡтыр. Ошо нәсихәттәрҙе тотоп йәшәгән кеше, һис шикһеҙ, бәхетле буласаҡ.

Хәҙрәт Ришат Курамшиндан.

Автор:
Читайте нас