+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
18 Октябрь 2024, 03:00

Шатлыҡты һайлайым!

Берәү һәр ваҡыт бәхетле булған. Гел йылмайып йөрөгән, көлгән, уның күңелһеҙ, бойоҡ сағын күрмәгәндәр ҙә.

Шатлыҡты һайлайым!Шатлыҡты һайлайым!
Шатлыҡты һайлайым!

Уға:
– Нисек һәр көн шат булырға мөмкин? 
– Нисек гел шулай бәхетлеһегеҙ? 
– Бәхет сере нимәлә? – тигән кеүек һорауҙарҙы яуҙырғандар ғына.
Һәм шундай яуап ишеткәндәр:
– Ҡасандыр мин дә бойоҡ була торғайным. Проблемалар, эш-көш, көнкүреш ығы-зығыһы...Көндәрҙән бер көн ҡапыл башыма уй килде: был бит – минең тормошом, мин үҙем һайлайым! Һәр секундым, сәғәтем, көнөм – минеке. Шунан һуң һәр иртә уянғас, үҙемдән һорайым: “Бөгөн нимәне һайларға – бәхетле һәм шат булыуҙымы, бойоҡлоҡ һәм бәхет­һеҙлектеме?” Әлбиттә, һәр саҡ шатлыҡты һайлайым...
Ә һеҙ ошо кеше һымаҡ була алаһығыҙмы?

Фото: culture.ru

Автор:
Читайте нас