+28 °С
Облачно
Төрлөһөнән
23 Октября 2024, 05:10

Төрлө сүрәткә лә инергә тура килә шул...

Ҡасандыр бер ҡатынды ире ташларға булған. Йәмһеҙ, йәнәһе. Ҡатын шарт ҡуйған:– Әйҙә былай эшләйбеҙ. Ҡала буйлап минең артымдан бар, бер ир ҙә артымдан боролоп ҡарамаһа – ташларһың.Ире уйлаған-уйлаған да ризалашҡан.

Төрлө сүрәткә лә инергә тура килә шул...Төрлө сүрәткә лә инергә тура килә шул...
Төрлө сүрәткә лә инергә тура килә шул...
Һөймәлекһеҙ генә ҡатыны артынан ҡаршыға осраған һәр ир-аттың боролоп ҡарауына аптыраған был. Машиналар хатта тиҙлектәрен кәметә икән.
Һөҙөмтәлә ғаилә тарҡалмаған, бына тигән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, барыһы ла һәйбәт булған...
Бергә тороуҙарына 40 йыл тигәндә, Ҡыҙыл яҡут туйҙарын билдәләгән көндә, ҡатын серҙе сискән бит:
– Теге мәлде мин бөтә ирҙәргә лә тел күрһәтеп барғайным...
 
ЫСЫНЛАП ТА, ТӨҘӨГӘН ҒАИЛӘҢ НЫҠ БУЛҺЫН ТИҺӘҢ, ХӘЙЛӘЛӘШЕП ТӘ АЛЫРҒА ТУРА КИЛӘ ШУЛ.
Автор:
Читайте нас