Бына шул ситлек янына 10 йәштәр тирәһендәге бер нисә малай йыйылып алды ла йөҙ-битен ҡыйшайтып, тел сығарып, хайуанды мыҫҡылларға тотондо. Үҙҙәренә ҡыҙыҡ, шырҡ-шырҡ көлгән булалар. Ә маймылдың иҫе лә китмәй: нисек ултырған, шулай ултыра бирҙе. Орангутангты ирештерә алмағас, тегеләргә ҡыҙыҡ булманы, ахырыһы, ялҡып туҡтанылар. Шунан һуң ғына маймыл ҙур устары менән ашыҡмайса ғына сәпәкәйләргә тотондо. Был хәлде ситтән күҙәткән тирә-яҡтағылар көлә башлағанда ҡолаҡ остарына ҡәҙәр ҡыҙарған малайҙар ситлек янында юҡ ине инде...
Фото: Pinterest