* Көнө-төнө эшләп тә, эш хаҡы үтә түбән икән, эш урыныңды алмаштыр. Ҡайһы ваҡыт йәшәгән ерҙе лә алыштырырға тура килә.
* Ял көндәре ул байҙар өсөн генә. Аҡсаға мохтаж кеше ял итеп ятмай. Ир кешегә ҡала урамдарында такси булып ике көн эшләп алһа ла әҙ-мәҙ килем инә. Ҡатын-ҡыҙға бәлеш, сәк-сәк, торт һ.б. бешереп яҡшы ғына төшөм алырға мөмкин.
* Ял көндәрендә ире менән ҡатыны бергәләп кешегә ремонт эшләгән ғаиләләрҙе күп беләм. Аҡса юҡлыҡҡа зарланып, йылы өйҙә түбәгә төкөрөп ятмайҙар.
* Тегеү-сигеү, бәйләү эштәренә оҫталығың бар икән, ниңә ҡулланмаҫҡа? Кеше лә ҡыуаныр, рәхмәтле булыр, һинең кеҫәгә лә әҙме-күпме аҡса инеп ятыр.
* Хәҙерге уҡыусыларҙың, студенттарҙың ялҡаулығынан файҙаланып алырға ла була. Өйгә эш эшләшеп биреү, инша яҙыу, һүрәт төшөрөү, диплом эштәре яҙыу анһат булмаһа ла килемле генә эш.
* Үҙ эшеңде асыу хәҙер күп сығымдар талап итә. Шуға күрә үҙ көсөң, үҙ белемеңде ҡулланыу иң отошлоһо. Нимә эшләй алаһың, нимә эшләй беләһең — тәү сиратта шуны асыҡлау мөһим.
* Ғаиләлә ир — аҡса табыусы, ҡатын — туҙҙырыусы булһа, миллиондар ҙа ай һайын һыуға төшкәндәй ғәйеп булып торасаҡ. Бындай ғаилә бер ҡасан да мандымай. Икәү тырышһаң ғына аҡсаның ҡәҙере була.
* Кемдәндер ярҙам көтөү тигән ғәҙәттән арынырға кәрәк. Атай-әсәй, хөкүмәт, түрәләргә һалынһаң, алға китеш булмаясаҡ. Буштан төшкән аҡса бушҡа китә. Үҙеңә генә таян.
* Үҙеңде йәлләмә. Кеше алдында аҡсаға мохтаж икәнлегеңде күрһәтмә. Дүрт һаның, аҡылың теүәл көйөнсә бахыр булыуҙан да оят нәмә юҡ.
Фото: 45.ru