Шулай ҙа элеккене һағынып иҫләп алына. Ул саҡта был ваҡытта инде балалар, йәштәр байрам шауҡымында ҡайнаша ине. Магазиндарҙа буяуҙар, төҫлө ҡәләмдәр һәм ҡағыҙҙар, клей ҡалмай. Шыршыға сынйырҙар, уйынсыҡтар эшләү һәм маска яһау өсөн алып бөтәләр. Китаптар ҡутарып костюмдарға персонаждар эҙләү, төн йоҡламай кейемдәр тегеү! Шул костюмдарҙы сер итеп һаҡлау, үҙеңде танытмау өсөн тырышыуҙар...
Минең үҙемде кем итеп кенә кейендермәнеләр: шыршыҡай, русалка, царевна, ҡар бөртөгө, ете кәзә бәрәсенең береһе, ҡарабаштурғай... Иҫләгәндәрем ошолар. Әсәйем хатта үҙ кейемдәрен дә боҙоп тегеп ҡуя торғайны. Ә бит өйҙән бер өс-дүрт баланы кейендерә һәм йыл да кемебеҙҙер беренсе урын ала. Ә инде байрамдан өс-дүрт көн алда ауыл буйлап Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың күстәнәс таратып йөрөп сығыуы? Тәҙрәнән ҡарап сабыр ғына көтәһең. Аллы-гөллө кашауай ылау һеҙҙең тәңгәлгә туҡтау менән ҡысҡырып ебәрәһең:
- Ҡыш бабай килде!!!
Төп яҡҡа йәш ҡарағай ҡуйылған, шуны сып-сыбар итеп биҙәгәнбеҙ. Ҡыш бабай килеүгә ололар өҫтәл әҙерләгән. Гармун тартып, йырлашып, соланда “таҡ та тоҡ” бейешеп килеп ингән төркөмдө ҡаршы алаһың. Балаларҙы ҡотлап, “Башҡортостан” гәзитен бөкләп машинка менән тегеп яһалған тоҡтарҙа күстәнәстәр таратыла. Ҡулға бүләк эләккәс беҙ төп яҡҡа шылабыҙ, унда китә Ҡыш бабайҙы һәм уның эйәрсәндәрен һыйлау...
Был фотола мин, тәүге йыл, инде ҙурмын тип, үҙемсә кейендем. Ҡыҙҙар менән сегән булдыҡ, йәнәһе. Бөгөнгөләй иҫләйем, сығып бара инем, урамда атайым атын туғарып тора. Мине күреп: “Албаҫтымы әллә бисурамы?” тип көлдө. “Сегән дә инде” тигән булдым.
Сығанаҡ һәм фото: М. Ҡаһарманованың "Хис" әҙәби төркөмөнән.