Мәҫәлән, Сергач яҡтарында килен тупһаны атлап инеүгә, ишек башына һөлгө элә. Был – әрүахтарҙы ҙурлау, уларҙы һанлау, ҡабул итеү йолаһы.
Әйтәйек, бала үҫмәһә, уны ен алмаштырған тип уйлагандар. Ундай сабыйҙы тупһаға һалып, «үҙеңдекен ал, минекен ҡайтар» тип, һеперткенең арт яғы менән һуҡҡалагандар. Сөнки тупһа арҡыры ен йөрөй тип ышанғандар. Тупһаға ултырырға ярамай тигәне лә әрүахтарға бәйле. Уны атлап сығаһы. Тупһаға баҫып рухтарын кәмһетергә ярамай икән.
Фото: ВКонтакте