- Бынау тәҙрәгә ҡара әле. Нимә күрәһең? – тигән аҡһаҡал.
- Уйнап йөрөгән балаларҙы, арба егелгән бейәне, япрағы елгә елберҙәгән тирәкте... – тип яуап биргән ти тегеһе.
- Ә хәҙер көҙгөгә ҡара. Унда нимә күренә?
- Үҙемде...
- Бына күрҙеңме?... Тәҙрә лә, көҙгө лә быяланан эшләнгән. Тик быялаға саҡ ҡына көмөш өҫтәлгәйне һин үҙеңде генә күрҙең...