Ваҡыттың ҡәҙерен белеү кәрәк. Юғалған әйберҙе табып йәки уны алмаштырып була. Тик үтеп киткән ғүмерҙе генә кире ҡайтарып булмай. Шуға ла һәр көндөң, сәғәттең баһаһын беләйек.
Ғүмерҙең аҙағына тиклем бик алыҫ кеүек күренһә лә, уның иҫәбе бар, хисап бирер көнө лә көттөрөп тормай. Аллаһы тәғәлә әйтә: “Аллаһ бөтәгеҙҙе йыйып алған ул көндө һәр кемгә был фани донъя бер сәғәт тә булмаған кеүек тойолор”.