+28 °С
Облачно
Төрлөһөнән
14 Января 2025, 13:20

Донъялағы иң бейек ағас йорт

Белеүебеҙсә, ағастан күп ҡатлы йорттарҙы бик һирәк һалалар. Ә бына Американың Теннесси штатының бәләкәй генә Кроссвиль ҡалаһында 10 ҡатлы шундай өй бар. Уны төҙөүселәр бригадаһы түгел. Ә бер кеше – Горацио Берджесс 11 йыл буйына эшләгән.  

Донъялағы иң бейек ағас йортДонъялағы иң бейек ағас йорт
Донъялағы иң бейек ағас йорт

Йорттоң конструкцияһын 6 үҫеп ултырған ағас тотоп тора. Ни бары 12 мең долларға барып баҫҡан бинаның дөйөм майҙаны 3,4 мең квадрат метрға яҡын. Ул һикһән бүлмәле: эсендә баскетбол майҙансығы, алтарь мөйөшө, оҙон коридорҙар, төрлө сәйер конструкциялар бихисап. Матур итеп яһалған балкондары ҡоролманы биҙәп тора. Өйҙө һалғанда, барлығы 250 мең дана ҡаҙаҡ ҡулланылған.

Фото: https://travelask.ru/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас