+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
24 Ғинуар 2025, 03:00

Яратыу серҙәре

Бер саҡ Мөхәммәт бәйғәмбәр кейәүе Ғәлиҙән һораған:- Алланы яратаһыңмы?- Яратам, - тип яуап биргән кейәүе.- Бәйғәмбәребеҙҙе яратаһыңмы?

Яратыу серҙәреЯратыу серҙәре
Яратыу серҙәре

- Яратам...
- Балаларыңды яратаһыңмы?
- Яратам...
- Ә ҡатыныңды яратаһыңмы?
- Яратам, - тигән кейәү кеше.
- Һин, тимәк, барыһын да яратаһың. Ә ҡайһылай итеп бынау хәтле мөхәббәтеңде эсеңә һыйҙыра алаһың? - тип һораған Бәйғәмбәр.
Кейәүе был һорауға яуап бирә алмаған. Ҡайтҡас, ҡатыны Фатиманан һораған.
- Алланы яратыу - аҡылдан, Бәйғәмбәрҙе яратыу - имандан, балаларҙы яратыу - тәбиғәттән, ҡатынды яратыу - мөхәббәттән килә, - тип яуап биргән уға Фатимаһы.

Фото: https://vk.com/public215622371

Автор:
Читайте нас