Икенсенән, беҙ бала саҡта ваҡыт оҙаҡ үтә һымаҡ ине. Ҡыш килһә, яҙҙы, йәйҙе еткерә алмай бер булдыҡ, мәктәптә дәрес башланһа, тәнәфес мәңге булмаҫ һымаҡ ине. Оҙон-оҙаҡ бала сағыбыҙҙан ялҡып, тиҙерәк үҫеп еткебеҙ, ҙур донъяны күргебеҙ, тормош ҡороп балалар үҫтергебеҙ килде...
Шулайын-шулай ҙа, әммә һуңғы ваҡытта ғалимдар мәғлүмәт таралыу, йондоҙҙарҙың, ҡояштың, айҙың хәрәкәт итеү тиҙлегенә бәйләп ваҡыттың ҡыҫҡара барыуы хаҡында һөйләй башланы. Дөрөҫмө икән? Бәлки дөрөҫтөр, сөнки ваҡыт ҡыҫҡарыуы һөҙөмтәһендә беҙ бәлки ҡартайып өлгөрмәйбеҙҙер, алтмышта ла ҡырҡ йәшлек булып күренәбеҙҙер. Етмәһә, беҙҙән айырмалы рәүештә хәҙерге балалар ҙа ваҡыттың тиҙ үтеүен билдәләй, үҫеп етһәләр ҙә, ҡырҡ йәшкәсә ғаилә ҡорорға тип ынтылып тормайҙар...
Фото: culture.ru