+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
28 Ғинуар 2025, 03:35

Унан, бынан, тегенән

*Салауат Юлаев кеүек халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлап көрәшергә йыйынған шағир кире уйланы... Салауат Юлаев исемендәге премия һәм халыҡ шағиры исемен алыу өсөн көрәшергә булды.

Унан, бынан, тегенәнУнан, бынан, тегенән
Унан, бынан, тегенән

*Шәмбе һайын әсәһе малайын өйөнә алып ҡайта ине. Бәләкәсенә сит өйҙә яңы ҡағиҙәләргә буйһоноп йәшәүе еңел булмай сыҡты. Ҡайныһы менән ҡәйнәһе лә тиҙ ялҡытты.
*Беҙҙең үтә тиҙ артҡан килемебеҙ әкрен артҡан хаҡтарҙы һис тә ҡыуып етә алмай.
*Дәүләт дауаханаларында эшләгән табиптар ауырыуҙарҙы, шәхси клиникаларҙа эшләүселәр һау кешеләрҙе яратмай.
*Коррупция – ныҡ алама нәмә. Иң аламаһы – беҙҙе унда ҡатнаштырмайҙар.
*Туҡта, мәл! Алда тағы ла хөртөрәк буласаҡ.
*Район башлығы үҙенең эш хаҡын ике тапҡырға кәметергә ҡушты. Коронавирус менән ауырыу ауыр эҙемтәләргә килтерә тип дөрөҫ әйтәләр икән.
*“45 томдан торған энциклопедия һатам. Миңә улар башҡаса кәрәкмәй. Сөнки яңыраҡ өйләндем һәм шаҡ ҡаттым: ҡатынымдың белмәгән нәмәһе юҡ”.

М. МӨХӘМӘТОВ йыйҙы.

Автор:
Читайте нас