Уны бала саҡтан уҡ яраттым. Ысын яратыу тигән ҡөҙрәтте, мөғжизәне Хоҙай миңә 5-се синыфтан уҡ күңелемә һалған. Уға табыныуы Ҡояшҡа, Күккә, Ергә табыныу менән бер ине! Яуап итеп ул мине яраттымы, белмәйем. Һәр хәлдә бер ҡасан да был турала өндәшмәне.
Яуапһыҙ һөйөүгә оҡшағайны был хистәрем. Ул артымдан бер килде, бер килмәне. Әрмелә саҡта ла хаттарын теләһә яҙҙы, теләмәһә – юҡ. Ә мин өҙөлөп көтөп алдым. Тик ул миңә һуғылмай, ауылға ҡайтып киткән. Тәбиғәтенә, ҡырыҫ холҡона ҡарайым да, һөймәйҙер, тип уйлай инем. Шулай 26 йәшкә тиклем йөрөнөм. Йәш үтеп бара. Яңғыҙ ҡартайғансы, ҡартайған көнөмдә балаларыма ҡарап йыуанырмын тип, күҙ атып йөрөгән класташыма кейәүгә сыҡтым. Никах туйы булыр алдынан, ул килеп:
– Уға сыҡма, миңә сыҡ! – тине.
– Поезд китте! – тинем эре генә.
Ә үҙем эстән генә, бешмәгән, йәшә хәҙер минһеҙ интегеп, зар илап, тип уйлайым. Ә ысынында поезд китмәгәйне. Ышанаһығыҙмы, юҡмы, иремә ярты йыл бирелмәй йөрөнөм. Хас та кинолағы һымаҡ, күңел ниҙер көттө. Тик бушҡа...
Хәҙер мин ҡырҡҡа етеп киләм, ике бала үҫтерәм. Тик мөхәббәтем, йәшлегемде иҫемә төшөрөп, бәғеремде телә. Уны гел генә төшөмдә күрәм, уйланам. Һағышлы ла, ғазаплы ла хистәрем эсендә өйрөләм. Ишетеүем буйынса, уның да ғаиләһе бар, ике бала атаһы. Тик ҡатынын яратмай икән, тиҙәр. Бәлки, был ғәҙәттәгесә ауыл хәбәре генәлер.
Ғазапланып йәшәгәнсе тип, оноторға ла уйланым. Тик минең күңелемдә башҡа бер кемгә лә урын юҡ. Миңә тик ул ғына кәрәк.
Иремә бер ҡасанда хыянат иткәнем юҡ. Эт кеүек тоғро ҡатынмын. Балаларыма ҡарайым да, Хоҙайҙан уларға бәхет ялбарам. Үҙем илайым. Үҙемде-үҙем йәләлйем. Ғорурлыҡ, тәкәбберлек ситлеген емерә алмай, ғүмер буйы интегеп йәшә инде. Ә шулай ҙа, мин – уныҡы, ул миинеке була алмаһаҡ та, Хоҙай ошо мөғжизәне – һөйөүҙе татытҡаны өсөн бәхетлемен. Был донъяла Ул йәшәгәнгә. Фани донъяларҙа ҡауышыуҙар насип булмаған икән, бәлки, баҡыйлыҡта мәңге бергә булырбыҙ!
Уға тик бәхет кенә теләйем.
Әйҙә, матур итеп йәшәһен, тик УЛ үҙен өҙөлөп һөйөүсе, һаман онотмаусы берәү барлығын күңеле менән тойһон ине. Блаларын етем итеп, ғаиләһен ташлап, миңә килһен, тигән теләгем юҡ. Сөнки мин аҡ күңелле ҡатын-ҡыҙ затынанмын. Шуға ла Уға ғүмерем буйы ябай ғына яҙмышымды йондоҙло иткәне өсөн рәхмәт уҡыйым.
Айһылыу Ғәбитова.
Фото: https://ye102.ru/