+28 °С
Болотло
Төрлөһөнән
21 Февраль 2025, 06:00

Һайланыу

Ир һайлайым: тик ул полицияла эшләмәһен, урам һепереүсе лә, йөк ташыусы ла, актер ҙа булмаһын...Ҡатын эҙләйем: түрә булмаһын, бейеүсе, йырсы, актриса, модель булып та эшләмәһен. Бына шундай талаптар.

ҺайланыуҺайланыу
Һайланыу

“Superjob” эш эҙләү порталында һорашыуҙар ойошторғандар. Бер генә һорау бирелгән: тормош юлдашы итеп ҡайһы һөнәр эйәһен һайлар йә һайламаҫ инегеҙ?

Ирҙәргә табип, шәфҡәт туташы, менеджер, иҡтисадсы, юрист булып эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар оҡшай.

Ҡатын-ҡыҙҙарға – инженер, программист, һатыу буйынса менеджер, директор булып эшләүсе ир-аттар.

Һорашыуҙарға ҡатнашыусы ир-егеттәрҙең 14 проценты, йәғни һәр етенсеһе, полиция хеҙмәткәре булып эшләгән ҡыҙға өйләнмәҫ инем, тигән. Ә ҡатын-ҡыҙҙарҙың 10 проценты, йәғни һәр унынсыһы полиция хеҙмәткәренә кейәүгә сыҡмаясағын әйткән.

Ир-егеттәр чиновницаны (8 процент), актрисаны, моделде, бейеүсене, йырсыны (7 процент) үҙҙәренә ҡатын итеп алырға теләмәй.

Ҡатын-ҡыҙҙар урам һепереүсене (9 процент), водителде (7), актерҙы (6), стриптизерҙы (4) үҙенең ире итеп күрергә теләмәүен белдергән.

Шуныһы бар: күпселек ир һәм ҡатындар (20 процент) һөнәргә ҡарамай. Мөхәббәт мөһим, ти.

 

Автор:
Читайте нас