Әгәр мосолман Рамаҙан айында ураҙа тотоу көндәрен ҡалдырһа, уларҙы кәффәрәтһеҙ, бер көнгә бер көн иҫәбенән ҡаза ҡылырға кәрәк. Мәҫәлән, оҙаҡ йылдар тота алмаған ураҙа көндәрен иҫәпләп сығарып, уларҙы уңайлы ваҡытта ҡаза ҡылыу хәйерле. Ҡазаға ҡалған ураҙаны өҙлөкһөҙ тотоп ҡуйыу мотлаҡ түгел.
Ураҙаны үҙ ихтыяры менән (ашап-эсеп йә ҡатыны менән енси мөнәсәбәткә инеп) боҙған кешегә бер көнгә бер көн иҫәбенән ҡаза ҡылыу һәм бер тапҡыр кәффәрәт (60 көнлөк ураҙа) ҡылыу тейеш.
Ураҙа тотҡан кешегә теш пастаһы, мисүәк менән теш таҙартырға яраймы?
Теш пастаһы менән теш таҙартыу мәкруһ ғәмәл булып һанала. Мәкруһ – дәлил менән тыйылған эш, хәрәмгә яҡын булып тора. Хәнәфи мәҙһәбендә тәһәрәт алғанда мисүәк ҡулланыу – сөннәт. Йәғни, ауыҙҙы сайҡаған ваҡытта мисүәк ҡулланыу – сөннәт, ләкин уның һутын һәм мисүәктән сыҡҡан кескенә ағас валсыктарын йоторға ярамай, йәғни, ауыҙҙы һыу менән яҡшы итеп сайып, уны төкөрөргә кәрәк. (“Лүбәб”)
Кәффәрәтте кемгә түләйҙәр?
Иң яҡшыһы – мохтаждар файҙаһына тотоноу. (“Хишийәтү Тахтауи”)
Фото: islamlipetsk.ru
Сығанаҡ: Әс-сәләм гәзите.