+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
3 Март 2025, 12:20

Петуния сәскә атһын тиһәгеҙ ...

Петуниялар июндән алып сентябргә тиклем, ҡырау төшкәсе баҡсаларыбыҙҙы биҙәп, күпереп сәскә атып ултыра. Ниндәй генә баҡсасы был нәзәкәтле, йәмле сәскәләрҙе үҫтерергә яратмаһын. Үҫентеһен үҫтереп алыу мәшәҡәтле булһа ла, баҡса биҙәге һаналған был бер йыллыҡ сәскәләрҙе төрлө көршәккә ултыртып, аҫып ҡуйып та, асыҡ тупраҡҡа, матур клумбаларға ултыртырға мөмкин . 

Петуния сәскә атһын тиһәгеҙ ...Петуния сәскә атһын тиһәгеҙ ...
Петуния сәскә атһын тиһәгеҙ ...

Июндә сәскә атһын тиһәгеҙ, уны февралдә йәки марттан да ҡалмай ултыртырға кәрәк.  Орлоҡто нейтраль йомшаҡ тупраҡҡа сәсәләр. Тупраҡҡа көл, калий сульфаты һалырға онотмағыҙ. Уны зарарһыҙландырыу өсөн һуңынан   марганцовка эретмәһе ҡойорға.Был сәскәнең ваҡ ҡына оролоҡтары бик оҙаҡ сыға. Сәскәндә  тупраҡ өҫтөнә ҡар һалып, орлоҡто һибегеҙ. Ҡар иреп бөткәс, өҫтөн полиэтилен менән ҡаплап ҡуйығыҙ.

Торф таблеткаларында ла петуния яҡшы үҫә.  Үҫентеләргә 25 градус йылылыҡ һәм яҡтылыҡ талап ителә. Ҡараңғы урында улар насар үҫә.  Петуниялар тәүҙә тамыр системаһын үҫтереп ала. Һуңынан ғына япраҡтарын эреләтә. 3 – 4 япраҡ ебәргәс, айырым стакандарға күсереп ултыртығыҙ.

Фото: Pinterest

Автор:
Читайте нас