Бәпес илаһа, ул йә асыҡҡан, йә аҫты еүеш. Күп осраҡта бала мыжыһа, әсәһе уны ашата башлай. Бынан һуң сабый ысынлап та тынысланып ҡала. Шулай, тамаҡ туйҙырыу ҡотҡарыу сараһы булып ҡабул ителә башлай.
Күп ашауҙың тағы бер сәбәбе - маркетингтың хәйләле ысулы. Мәҫәлән, өс шоколадты берәүһенең хаҡына тәҡдим иткәндә күп кеше үҙенә ҡаршы тора алмай уны һатып ала, организмға күп калория инә.
Асығыу һәм туҡ булыу тураһында мейегә ике гормон - грелин һәм лептин хәбәр итә. Грелин аппетитты күтәрә, ә лептин төшөрә. Лептин эшмәкәрлеге боҙолһа, кеше үҙен һәр саҡ ас тоя. Был күберәк яңылыш һайланған диета арҡаһында барлыҡҡа килә. Күп ашағандан һуң кешене йоҡо баҫа, сөнки организмға аҙыҡты эшкәртеүгә күп көс кәрәк.
Нисек күп ашауҙан ҡотолорға һуң? Белгестәр бер нисә кәңәш бирә. Беренсенән, аҙыҡты оҙаҡ сәйнәгеҙ, икенсенән, күберәк клетчатка ҡушып ашағыҙ (йәшелсә, көрпә), һыуҙы ашағандан һуң бер сәғәт үткәс кенә эсегеҙ, ашап бөткәндән һуң һағыҙ сәйнәп ҡуйығыҙ (ул аҙыҡты һеңдерергә булышлыҡ итә). Бер ваҡытта ла үҙегеҙҙе, тағы күп ашаным, тип битәрләмәгеҙ, ул ғәйеп тойғоһо стресҡа килтерә һәм тағы күберәк ашауға этәрә.