+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
7 Март 2025, 03:00

УРАҘА

Бөгөн ураҙаның 7-се көнө.  Ураҙа – кешене яуаплылыҡҡа, түҙемлеккә, сабырлыҡҡа, ихласлыҡҡа өйрәткән ғибәҙәт. Кеше холҡондағы кәмселектәрҙән ҡотолорға, төрлө гонаһтарҙан һаҡланырға өйрәнә. Сөнки ураҙа тотҡанда беҙ тел менән дә, күҙҙәр менән дә ураҙала булабыҙ, йәғни артыҡ һүҙ һөйләмәҫкә тырышабыҙ һәм харам әйберҙәргә ҡарап күҙ зинаһы ҡылмайбыҙ. Был айҙа ас тороп, мохтаж кешеләрҙең хәлен аңларға, уларға рәхимле, миһырбанлы, йомарт булырға һәм, үҙебеҙгә ни тиклем ниғмәт, киң ризыҡ, бәрәкәт бирелгәнен аңлап, Аллаһҡа шөкөр итергә өйрәнәбеҙ.

УРАҘАУРАҘА
УРАҘА
Рамаҙан айы – ул рухи дауахана кеүек. Был айҙа үҙебеҙҙең рухыбыҙҙы, күңелебеҙҙе таҙартып, уларҙы тәрбиәләргә, тәртиптә тоторға ғәҙәтләнәбеҙ. Аҙаҡ, башҡа айҙарҙа ла, шулай йәнебеҙҙе пак килеш һаҡларға, иманыбыҙҙы юғары кимәлдә тоторға, Аллаһ ризалығына өлгәшер өсөн ынтылырға кәрәк.
«Астың хәлен туҡ белмәй» тип әйтелә халыҡ мәҡәлендә. Мосолман ураҙа тотҡан саҡта ғына күп нимәне аңлай башлай, мәҫәлән, ризыҡты, һыуҙы исраф итмәҫкә кәрәклеген. Ҡайһы бер дин белгестәре фекеренсә, туйғансы күп ашау ҙа, Раббыбыҙҙың исемен телгә алмайынса, шөкөр итмәйенсә туҡланыу ҙа исраф һанала.
Шулай ихлас ураҙа тотҡанда күңелдәрҙәге эрелек, мин-минлек юҡҡа сыға. Кеше иғтибарлы булырға, һаулығының, Аллаһ Тәғәлә биргән ниғмәттәрҙең ҡәҙерен белергә өйрәнә, иманын нығыта һәм Раббыбыҙға яҡыная.
Тотҡан ураҙаларыбыҙ өсөн Аллаһ Тәғәлә күп сауаптар яҙа, беҙ ул сауаптарҙың әжерен әхирәттә мотлаҡ күрәсәкбеҙ. «Әз-Зумар» («Төркөмдәр») сүрәһенең 10-сы аятында: «Эй, минең иман килтергән ҡолдарым! Раббығыҙҙан ҡурҡығыҙ, был донъяла яҡшылыҡ ҡылған кешеләргә – яҡшылыҡ, ә Аллаһтың ере иркен. Ысынлап та, сабырҙарға иҫәпһеҙ-хисапһыҙ әжерҙәре тулайым бирелер!» – тип әйт», – тиелгән. Ураҙа тотоусыларға бөйөк әжер биреләсәге хаҡында «Әл-Әзхәб» («Фирҡәләр») сүрәһенең 35-cе аятында ла вәғәҙә ителгән.
Тотҡан ураҙаларыбыҙ беҙгә тамуҡ утынан ҡалҡан буласаҡ. Был донъяла күп ураҙа тотоусылар әхирәттә йәннәттең «Раййан» ҡапҡаһынан инәсәк.
Башҡа ваҡыттағына ҡарағанда рамаҙан айында ҡылған ғибәҙәттәр өсөн сауаптар күберәк яҙыла. Шулай уҡ был – гонаһтарҙы ғәфү итә торған ай. Ерҙе таҙартҡан ямғыр кеүек, ул мосолмандарҙың барлыҡ гонаһтарын йыуа.
Ураҙаны тотҡанда беҙҙең ниәтебеҙ дөрөҫ булырға тейеш, уны, ябығыр өсөн түгел, ә фәҡәт Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн генә тотам, тип ниәтләргә кәрәк. Тотҡан һәм тотасаҡ ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын, амин!
 
Ф. Ғайсина.
Автор:
Читайте нас