+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
24 Март 2025, 06:10

Саҙаҡаларыбыҙ ҡабул булһын!

Рамаҙан айында мосолмандар мохтаждарға фитыр саҙаҡаһы бирергә тейеш. Йәғни Рамаҙан айында фәҡирҙәрҙе хәстәрләү, уларға ярҙам итеү генә түгел, ә мәжбүри бер ғәмәлдер. Фитыр – Рамаҙан айы аҙағында ғәйет намаҙы уҡылғансы бирелергә тейешле саҙаҡа. Әгәр алданыраҡ (Рамаҙан айы эсендә) бирелһә – гонаһ юҡ. Быйыл күләме күпме?

Саҙаҡаларыбыҙ ҡабул булһын!Саҙаҡаларыбыҙ ҡабул булһын!
Саҙаҡаларыбыҙ ҡабул булһын!

Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының рәсми сайты хәбәр итеүенсә, быйыл фитыр саҙаҡаһының күләме: аҙ тәьмин ителгәндәр өсөн – 200 һум, уртаса хәлле кешеләргә  – 800 һум, хәллеләр, байҙар 1200 һум күләмендә бирә. Был суммалар зәкәт әл-фитр финик, арпа, бойҙай һәм йөҙөм кеүек аҙыҡ-түлектең уртаса хаҡынан иҫәпләп сығарыла. 200 һум минималь хаҡ һәм мотлаҡ түләнә, 800 һәм 1200 суммалар тәҡдим ителгәндәр күберәк түләргә лә хоҡуҡлы.

Рамаҙан айында зәкәт бирелһә, башҡа айҙарға ҡарағанда сауабы күберәк була. Быйыл зәкәт нисабы, Рәсәйҙәге алтын хаҡы менән иҫәпләгәндә, 725 мең һум. Әгәр мосолмандың 725 мең һум аҡсаһы булһа, ул аҡса бер йыл дауамында ҡуҙғатылмаһа, шуның ҡырҡтан бер өлөшө, йәғни 2,5 (18125 һум) проценты, зәкәт итеп бирелә. Был тиклем аҡсаһы булмағандарға зәкәт биреү мәжбүри түгел, сөнки уларҙың аҡсаһы нисабҡа етмәгән була.

Фото: orphansinneed.org.uk

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас