+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
26 Март 2025, 07:45

Нимә ул пикировка?

Һорау: Бер танышым помидор орлоғон тәүҙә бәләкәй йәшниктәргә ҡуйы итеп сәсә лә, 15 көндән һуң һәр береһен айырым һауытҡа күсереп мәшәҡәтләнә. Уларҙы башта уҡ айырым сәсеп булмаймы икән ни?

Нимә ул пикировка?Нимә ул пикировка?
Нимә ул пикировка?

Яуап:  Һеҙҙең танышығыҙ, күрәһең, бик белемле баҡсасы. Ул шулай итеп үрсетмәгә пикировка яһай. Сөнки помидорҙың тамыры тура үҫеүсән. Ә күсереп ултыртҡанда тамырҙың өстән бер өлөшө өҙөп ташлана. Шулай итеп, түтәлгә ултыртҡандан һуң тамыр тәрәнгә үҫеп китмәй. Ерҙең уңдырышлы ҡатламы иһә 35 – 40 см тәрәнлегендә генә. Әгәр етерлек йылы булып, помидорҙы тура түтәлгә сәсһәк, 4 – 5 аҙнала уның тамырҙары 100 – 150 см тәрәнлеккә китер ине. Ә ул тәрәнлеккә ашлама индереү мөмкин түгел.

Фото: immunocap.ru

Автор:
Читайте нас