Айҙың тәүге яртыһы яуым-төшөмһөҙ үтмәй. Гисметео белгестәре 9-13 апрелдә ямғыр яуыуын фаразлай. Ямғырлы көндәр 16-20 апрелдә лә була. 20 апрелгә тиклем көндөҙ +10, +13 градус тирәһе, 1 апрелдән 10-на тиклем төндә һауа температураһы +3, +4 градус тәшкил итәсәк.
Апрель аҙағына төндә +10 градусҡаса йылыта. Көндөҙ һауа +16 градусҡаса йылына. Шулай уҡ май башы ла йылы була. Яҙҙың һуңғы айында уртаса һауа температураһының +13 градус булыуы көтөлә.
Ғалимдар фекеренсә, һауа температураһының күтәрелеүе глобаль йылыныу менән бәйле. Мәҫәлән, Быйыл Башҡортостанда яҙ алдағы йылдарға ҡарағанда ике аҙнаға иртәрәк башланды.
Ҡар иреүе һәм боҙлауыҡ апрелдә түгел, ә мартта уҡ башланды. Үткән ҡыштарҙан айырмалы рәүештә, быйылғыһы йылы булды.
Фото: scanos.ru