– Икмәкте ҡайҙан алаһығыҙ?
– Магазинда миңә һатыусы ҡатҡан икмәкте ярты хаҡҡа һата.
Чиновник, бер аҙ уйланып баҫып торғас, борола ла китеп бара.
Өс көндән һуң машинаһын йәнә туҡтата.
– Һеҙ икмәкте һатыусынан былай ғына һатып алаһығыҙмы?
– Эйе.
Чиновник ҡаты уйға ҡала. Ҡарт күгәрсендәрҙе ашатып бөтә лә пакетын кеҫәһенә тыға.
– Һеҙ нимәлер хаҡында уйлайһығыҙ буғай? – тип һорай ул чиновниктан.
– Уйлайым шул. Мин әле булһа һинең күпме килем алғаныңды төшөнөп етә алмайым...