+28 °С
Болотло
Төрлөһөнән
4 Апрель 2025, 08:00

Ҡар ҡатыш ямғыр фаразлана

Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында алдағы көндәрҙә ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Бөгөн көндөҙ яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +5,+10 градус.

Ҡар ҡатыш ямғыр фаразланаҠар ҡатыш ямғыр фаразлана
Ҡар ҡатыш ямғыр фаразлана

Шәмбе, 5 апрелдә, төндә урыны менән, көндөҙ республикала бер аҙ ямғыр яуа, төндә айырым райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Ел көнбайыштан уртаса, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -1, +4 градус, көндөҙ +10, +15.

6 апрелдә һауа торошо әллә ни үҙгәрмәйәсәк. Шулай уҡ төндә урыны менән, көндөҙ республикала бер аҙ ямғыр яуыуы, төндә айырым райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы фаразлана. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -1, +4, көндөҙ +13, +18 градус, төньяҡта +8 градусҡа тиклем.

Фото: dzen.ru

Автор:
Читайте нас