+28 °С
Болотло
Төрлөһөнән
4 Апрель 2025, 04:00

Бер эш өсөн – ожмах

Берәү ғүмер баҡый намаҙ уҡыған, ураҙа тотҡан. Ләкин яуап биргәндә Аллаһы Тәғәлә уның береһен дә ҡабул итмәгән. – Нисек береһен дә ҡабул итмәйһең, – тип теге кеше бик ныҡ аптыраған.

Бер эш өсөн – ожмахБер эш өсөн – ожмах
Бер эш өсөн – ожмах

– Береһен дә ҡабул итмәйем, ләкин һинең бер эшең бар, шуны мин ҡабул итәм. Шуның өсөн генә ожмахҡа эләгәһең, – тигән.
Ул:
– Ниндәй эш? – тип һорағас:
– Иҫләйһеңме, юлда ятҡан бер ағасты алып ташлағайның, шул эшеңде мин ҡабул итәм, шуның өсөн генә ожмахҡа эләгәһең, – тигән.

Г. Шәйхетдинова.

Автор:
Читайте нас