+28 °С
Облачно
Төрлөһөнән
8 Апреля 2025, 03:00

Эшҡыуар һәм балыҡсы

Бер көндө эшҡыуар бәләкәй ауыл янындағы ҙур ғына йылғала балыҡ тотҡан кешене күреп ҡала. Балыҡсы кәмәһенә тос ҡына табышын һалып ала ла ҡайтыр юлға сыға.

Эшҡыуар һәм балыҡсыЭшҡыуар һәм балыҡсы
Эшҡыуар һәм балыҡсы
– Был балыҡты күпме ваҡытта тоттоң? – тип һорай эшҡыуар.
– Бер-ике сәғәттә, – тип яуаплай балыҡ тотоусы.
– Ниңә һин тағы ла оҙағыраҡҡа ҡалмайһың һәм күберәк тоторға тырышмайһың? – тип төпсөшкән тегеһе.
– Ошо ҙур балыҡ минең ғаиләмә иртәгә тиклем етә, – тип яуаплаған балыҡсы.
– Ә көндөң ҡалған өлөшөн нисек үткәрәһең? – бизнесмен һаман һорашыуын дауам иткән.
– Мин төшкә тиклем йоҡлайым. Шунан бер-ике сәғәткә балыҡҡа китәм. Унан ҡайтҡас, балаларым менән уйнап алам, ҡатыным менән һөйләшеп ултырам, кисен ауыл буйлап йә уның тирә-яғында йөрөйөм, дуҫтарым менән осрашам...
Балыҡсының әңгәмәсеһе һаман туҡтарға уйламай икән:
– Мин Гарвардта уҡып сыҡтым. Хәҙер һиңә нисек йәшәргә икәнен өйрәтәм... Дөрөҫ эшләмәйһең бит һин. Бына тыңла: көнө буйы балыҡ тотоп, уны һат, һатҡан аҡсаға ҙур кәмә ал...
– Һуңынан ни эшләйем?
– Һуңынан тағы ла күберәк балыҡ тотасаҡһың һәм үҙеңә бер нисә кәмә һатып алып, хатта өҫтәмә балыҡсылар яллай аласаҡһың.
– Ә артабан?
– Артабан балығыңды һатырға тура эшкәртеү заводына барасаҡһың. Һуңынан үҙеңдең шәхси компанияңды асасаҡһың...
– Һуңынан?
– Был ауылдан ҙур ҡалаға күсенәсәкһең, эшселәреңә әмер биреп, офиста ғына ултырасаҡһың.
– Был нисә йыл ваҡытты аласаҡ инде?
– 15 – 20 йыл.
– Шунан һуң мин нимә менән шөғөлләнәм?
Бизнесмен көлөп ебәргән.
– Шунан иң ҡыҙығы буласаҡ: һин компанияңды бер нисә миллион һумға һатып, бик ныҡ байый аласаҡһың. Байығас, эшләүҙең кәрәге лә ҡалмай...
– Һы, ул саҡта нимә эшләрмен?
– Үҙеңдең бәләкәй генә ауылыңа ҡайтып, төшкә тиклем йоҡлап, балаларыңдың балалары менән уйнап, ҡатының менән сөкөрҙәшеп, кисен дуҫтарың менән осрашып, ваҡыт үткәрәсәкһең...
 
Автор:
Читайте нас