*Тырышып эшләһәң – аҡса бер ваҡытта ла етмәй.
*Эшләмәһәң – әсәйеңдең пенсияһын ашап ятыу оят түгелме?
*Машина, фатир алырға, диңгеҙҙә ял итергә теләһәң – ниндәй аҡсаға, ришүәт алдыңмы әллә?
*Вузда уҡыһаң – барыбер дипломыңдың файҙаһын күрә алмаясаҡһың, уҡып мейеңде серетмә.
*Уҡымаһаң – киләсәгеңде ҡайғыртмайһың, ғүмер буйы урам һеперәсәкһең.
*Эсһәң – һин алкаш.
*Эсмәһәң – сирле.
Беҙҙә халыҡ сәйнәшмәйенсә бер минут та йәшәй алмай.
Фото: Pinterest