– Ә һин ниңә ҡулыңа ҡәләмеңде алмайһың? – тип аптырап һораған уҡытыусы.
– Артабан ни әйтерегеҙҙе белгәнгә...
– Ә ни тип дауам итәсәкмен һуң мин?
– Кесе йома, йома, шәмбе, йәкшәмбе... Уңыш аҙнаның көнөнә ҡарамай. Бөгөн тырышһаң, иртәгә ҡыуанырһың.
Динебеҙ ҙә көндәрҙе “яҡшы” һәм “яман”ға бүлмәҫкә өйрәтә. Барыһы ла Аллаһ Тәғәлә ҡулында. “Әҙәм балаһы Раббыбыҙға һүҙ тейҙерә. Тормошҡа зарлана, уны әрләй. Ә бит заман да – Ул, төндө көнгә һәм киреһенсә әйләндереүсе лә – Ул”, – тиелә хәҙистәрҙең береһендә. Шул уҡ ваҡытта Пәйғәмбәребеҙҙең (салләЛлаһү ғәләйһи үә сәлләм) “Бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма” тигән һүҙҙәрен онотмайыҡ!
Фото: Pinterest