

– Юлдағы соҡорҙарҙы әйтмәйем, ер аҫтындағы карст бушлыҡтары күп Өфөлә. Яңыраҡ Интернационал урамында диаметры 8 метр ҙурлығында ҙур соҡор хасил булып, бер еңел машина шунда төшөп киткәйне. Ярай ҙа кеше ғүмерҙәре ҡыйылманы, машинаны ла тартып сығарҙылар.
– Ҡушғәле, һин етешһеҙлек эҙләр ҙә йөрөрһөң инде. Хан ҡыҙының да кәмселеге була. Үҙең әйтәһең бит, бер машина ғына зыян күргән.
– Ишғәле, бик һай йөҙәһең. Эш машинала түгел, Өфө аҫтында һыуға тиҙ бирешкән тоҡомдар – сульфат гипстары күп, улар йыуыла һәм ҡурҡыныс тыуҙыра. Һуңғы осорҙа ғына өс-дүрт урында ер убылыуы теркәлгән. Тарихҡа күҙ һалғанда, 1927 йылда Өфөлә 8 мең кубометр ер убылып, шул соҡорҙо тултырыу өсөн 400 вагон ҡырсынташ сарыф ителгән. Инженер-геолог Павел Челпанов фекеренсә, Өфө урынлашҡан майҙан тотошлайы менән хәүефле, ә ҡайһы бер белгестәр, башҡалала йорттарҙы биш ҡаттан да бейегерәк итеп төҙөргә ярамай, тиҙәр. Күп ҡатлы йорттарҙы бушлыҡтар өҫтөнә һалған байҙар был хаҡта уйлаймы, совет осорондағы һымаҡ тейешле тикшеренеү эштәре алып барамы икән? Әйткәндәй, яңыраҡ ҙур төҙөлөш компанияһы етәксеһе Филюс Ишбулатовты коррупцияла ғәйепләп ҡулға алғандар. Ул йорт төҙөлөшөнә рөхсәт биргән документҡа күҙ йомоп ҡул ҡуйһын өсөн ҙур дәрәжәле чиновникка ришүәт биреүҙә ғәйепләнә.
– Бына һиңә кәрәк булһа, ишетмәһәң – ишет. Бушлыҡ өҫтөнән йөрөйбөҙ, шундай хәүефле урында йәшәйбеҙ икән. Рәшит Назаров бер шиғырында яҙғанса, Ер аҫтынан һеҙгә хаттар яҙам, тип ултырырға яҙмаһын, тәүбә-тәүбә!
Өлгөр Тиктормаҫов.