+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
22 Апрель 2025, 08:15

Яҙыуға ҡарап, сирҙе белеп була икән...

Графологтар менән медиктар бергә түбәндәге тесты уйлап тапҡан. Ап-аҡ ҡағыҙ алығыҙ (шаҡмаҡ та, буй ҙа булмаһын) һәм унда ҡәләм йә шариклы ручка менән (гель, фломастер бармай) 8 - 10 рәт яҙығыҙ. Нимә булһа ла ярай.

Яҙыуға ҡарап, сирҙе белеп була икән...Яҙыуға ҡарап, сирҙе белеп була икән...
Яҙыуға ҡарап, сирҙе белеп була икән...

Һәм тикшерәбеҙ ҙә баһа ҡуябыҙ.

Яҙыуҙың дөйөм сифаты:

Бөтә һүҙ ҙә тырым-тырағай яҙылған – 3 мәрәй

Яҙыу стиле төрлө, ыҡсым да, “ҡыйыш-мыйыш” та ­– 8 мәрәй

Яҙыу бик матур – 12 мәрәй

 

Һүҙҙә хәрефтәрҙең тоташыуы:

Бөтә хәреф тә тиерлек бер-береһенән айырылған – 22 мәрәй

Бөтә хәреф тә тиерлек бер-береһенә ҡушылған – 18 мәрәй

 

Ҡағыҙға баҫып яҙыу кимәле:

Көслө (ҡағыҙҙа эҙ ҡалған) – 20 мәрәй 

Уртаса – 14

Баҫымһыҙ – 7

 

Юл йүнәлеше:

Яҙыу түбәнгә ыңғайлаған – 0 мәрәй

Яҙыу тигеҙ – 11 мәрәй

Яҙыу өҫкә киткән – 15 мәрәй

 

Хәреф формаһы:  

Ослораҡ – 18 мәрәй

Аңлайышһыҙ формалы хәрефтәр – 9 мәрәй

Түңәрәк хәрефтәр – 8 мәрәй

 

Яҙма рәүеше:

Хәрефтәр тура – 9 мәрәй

Уңға нығыраҡ ауышҡан – 5 мәрәй

Әҙ генә уңға – 13 мәрәй

Әҙ генә һулға – 4 мәрәй

Һулға ныҡ ауышҡан – 1 мәрәй

 

Хәрефтәрҙең ҙурлығы:  

Ҙур, 7 мм – 19 мәрәй

Уртаса, 5 – 7 мм – 16 мәрәй

Бәләкәй, 3 – 5 мм – 6 мәрәй

Үтә ваҡ – 2 мәрәй

 

Хәҙер килеп сыҡҡан сумма буйынса ауырыуҙы, теге йәки был сиргә бирешеүсәнлекте асыҡлайбыҙ. 

48 мәрәйҙән әҙерәк. Бындай яҙыу ололарға һәм иммунитеты ныҡ ҡаҡшаған кешегә хас.

48 – 72 мәрәй. Бындай яҙыулы кешеләр невроздан йонсой. Уларға шулай уҡ һимереү, аллергия янай. Эсәклектәрендә проблема булыуы ихтимал.

72 – 95 мәрәй. Психикалары тәртиптә. Тик йыш һалҡын тейә. Йоҡоһоҙлоҡ йонсота. Инфаркттан һәм эндокрин сирҙәрҙән һаҡланырға кәрәк.

95 – 105 мәрәй. Ҡан баҫымы юғары. Табиптарҙы бик тыңлап бармайҙар. Диабет йә артрит хәүефе көслө булыуы ихтимал.

105 мәрәйҙән күберәк. Агрессив кешегә хас яҙыу. Ашҡаҙан сирҙәре борсой. Йөрәктәре шәптән түгел. Тынысланыу өсөн дарыу ҡулланалар.

 

Фото: sudexpo.ru

Автор:
Читайте нас