+28 °С
Болотло
Төрлөһөнән
23 Апрель 2025, 10:02

* * *

*Фильмда ҡатнашыусы уҡыусыларҙың өсәүһе генә һуңынан артист һөнәрен һайлай. Ҡалғандары ысын кешеләр булып китә. (Тапшырыуҙан).*Дәрес буйы күршеһенең ҡолағын сәйнәне. (Көндәлектәге яҙыуҙан).*Иҫкәртеү яҙыуы булыуға ҡарамаҫтан, үгеҙ быуаға төшә һәм бата. (Акттағы яҙыуҙан).

* * ** * *
* * *

*Ауырыуҙар ҡамасауламаһа, беҙҙең дауахана күптән алдынғылар иҫәбендә булыр ине. (Сығыштан).
*Йырсылар менән спортсыларҙың эш хаҡын ҡараһаң, мәктәптә йыр һәм физкультура иң төп дәрестәр булғанын аңлайһың. (Һөйләшеүҙән).
*Барыһы ла унан өлгө алһа, районда сусҡалар күберәк булыр ине. (Мәҡәләнән).
*Яҡшы эшләр өсөн яҡшылап ашарға кәрәк – был бурысты беҙҙең ашнаҡсылар намыҫ менән үтәй. (Сығыштан).
*Янғын һүндереүселәр көндәрен йоҡлап үткәрә тип һөйләргә яраталар. Улар барыбер тынысһыҙ йоҡлай бит. (Сығыштан).

Автор:
Читайте нас