

Көҙҙән уларға берәй ауырыу, йәки ҡоротҡос бөжәктәр эйәләшкән булһа, кар иреп бөтөү менән түтәлгә марганцовкалы һыу һибеү мотлаҡ. Ҡайһы бер баҡсасылар ҡайнап сыҡҡан бер биҙрә һыуға марганцовка (шыйыҡ алһыу төҫтә), 15 тамсы йод ҡушып, яҡшылап болғаталар һәм еләк түтәленә һибәләр.
Эҫе һыуҙы баҡсаға алып сығып, түтәлгә һипкәнсе 80-95 градус тирәһе була. Беренсе тапҡыр туҡландырыу эштәрен апрелдә, кипкән япраҡтарынан таҙартҡандан һуң башҡаралар. Ер ҡоро булһа, ашлама менән тәьмин итеү алдынан һыу һибергә кәрәк.
Фото: shtampik-f.ru