

Күбебеҙ машина һатып алғанда аксаны янда калдырырға ярҙам итеүсе дәүләт программалары мөмкинлектәре тураһында белмәй. Айырым алғанда, Рәсәй Хөкүмәтенең 2015 йылдағы 364-се ҡарары менән ташламалы автокредитлау программаһы эшләтеп ебәрелде. Программала ҡатнашыусыларға Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы тарафынан төҙөлгән исемлектәге автомобилдәрҙең билдәле бер моделен кредитҡа һатып алғанда ташламалар бирелә. Бөгөн болар – "LADA", "ВИС", "УАЗ", "Москвич , "ГАЗ" моделдәре.
2025 йылда программа:
– медицина хеҙмәткәрҙәренә;
– мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә;
– МХОла ҡатнашыусы мобилизацияланғандарға һәм контракт буйынса хәрби хеҙмәткәрҙәргә, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзаларына;
– инвалид граждандарға ҡағыла. Программа нигеҙендә втомобилгә ташлама ─ 20, электромобилдәргә 35 процент тәшкил итә.