+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
28 Апрель 2025, 09:00

Драма комедияға әйләнде лә ҡуйҙы

Ауыл мәҙәниәт һарайына күптән көткән спектакль труппаһы килде. Кемдәр тейһегеҙме?  Ғәлиәбаныу» спектакле мәнән, үҙҙәре, данлыҡлы Фидан Ғафаров(!) Нурия Ирсаева (!) һәм башҡалар бар. Зал шығырым тулы, билеттар әллә ҡайсан һатылып бөткән, түҙемһеҙлек менән башланғанын көтәләр.Бына тамаша аҙағына ла барып етеп бара. Шул ваҡытта Исмәғил Хәлилгә ата! Залда тынлыҡ... Барыһының да йөҙөндә ҡайғылы ҡараш... 

Драма комедияға әйләнде лә ҡуйҙыДрама комедияға әйләнде лә ҡуйҙы
Драма комедияға әйләнде лә ҡуйҙы

«Шул ваҡыт икенсе рәттә ултырған, ҡара хистәргә батҡан Маһиямал инәй «АТТЫ Б.ЛӘТ» тип ҡысҡырып ебәрмәһенме! "Үлгән" Фидан Ғафаров ишетеп ҡалып, яңынан терелеп, сәхнә иҙәнендә ятҡан көйө, дер-дер һелкенеп йылмая башланы. Бар халыҡ та уға ҡушылып йығыла-ята көлә башланылар.
Бына шулай итеп драма комедияға әйләнде лә ҡуйҙы. Халыҡ тамашанан һуң янып-көйөп ҡайтманы, һәр береһенең йөҙөндә йылмайыу сағыла ине.

Ваҡыт үтә, шулай ҙа яҡты, яҡшы, күңелле хәтирәләр ҡала бара.

 

Автор:
Читайте нас