

*Ирегеҙҙең ата-әсәһенә ҡарата итәғәтле булығыҙ. Башҡа яҡындарын ҡарындаш тип иҫәпләгеҙ. Ирегеҙҙең башҡа балалары булһа, уларҙы ла яҡын күрегеҙ.
*Замана ауырлыҡтарына ҡаршы торған ирегеҙгә ярҙам итегеҙ. Шатлыҡлы көндәрендә лә, хәсрәтле мәлдәрендә лә уның янында булығыҙ.
*Йәнегеҙ көйгән ваҡытта һөйләшмәй тороғоҙ, дорфа яуап биреүҙән һаҡланығыҙ. Асыуҙы тиҙ генә баҫыу сараһын күрегеҙ.
*Башҡаларҙың етешһеҙлектәрен кисерә белегеҙ. Мөләйем һөйләшергә ғәҙәтләнегеҙ, ғәйбәт һүҙ йөрөткәндәрҙән һаҡланығыҙ.
*Ауырыу йәки хәсрәт менән яфаланғанда сабырлыҡ күрһәтегеҙ. “Бәлки, шулай булыуы хәйерлелер”, – тип күңелегеҙҙе баҫығыҙ, Аллаһ Тәғәләгә доға ҡылығыҙ.
*Йорт усағын һүндермәй һаҡлағыҙ. Балаларығыҙҙы яратып, матур итеп ҡарағыҙ, уларға күркәм тәрбиә бирегеҙ, туғанлыҡты баһаларға өйрәтегеҙ.
Ризаитдин ФӘХРЕТДИНОВтың нәсихәттәренән.
Фото: https://vk.com/gazetabashkortostan