

Көнө-төнө һәр нәмәгә ризаһыҙлыҡ белдереп, һауыт-һаба шалтыратып, ашарға бешереү кеүек изге эште һытыҡ йөҙ менән башҡарған, йорт йыһаздары саң-туҙанға батып, иҙәндәре ялтырап тормаған, ирен тик аҡса табыусы машина итеп күргән, ихтирам күрһәтмәгән ҡатын йәшәгән йорт һалҡын, шыҡһыҙ, ҡотһоҙ. Был йортта һәр кем бәхетһеҙ. Беҙ беребеҙ ҙә ике тапҡыр килмәйбеҙ яҡты донъяға. Янығыҙҙағы үҙегеҙ һайлаған тормош иптәшен, Хоҙай бүләге-балаларығыҙҙы бәхетле итеү һеҙҙең иңдә, ҡатындар! Әллә ҡайҙағы бер ҡасан да һеҙҙе эҙләп тапмаясаҡ принц тураһында хыялланып үткәргәнсе ғүмерегеҙҙе, ирегеҙҙән батша яһағыҙ. Ул мәлендә үҙегеҙ ҙә батшабикә булырһығыҙ. Ирегеҙҙән иҙән сепрәге яһарға маташмағыҙ, юғиһә һеҙ ҙә шул сепрәкте этеп йөрөтөүсе иҙән таяғы ғына булып, меҫкен тормошҡа дусар итерһегеҙ үҙегеҙҙе.