

*Иртә күк күкрәһә, йыл ямғырлы булыр.
*Муйыл сәскә атһа, көн һалҡынайыуын көт.
*Май һалҡын булһа, игенгә туҡлыҡ булыр, себенгә юҡлыҡ булыр.
*Болот юлланып торһа – ямғырға.
*Ҡайын һыуы күп булһа, йәй ямғырлы булыр.
*Ҡуҙғалаҡ күп булһа, алдағы ҡыш йылы булыр.
*Сыйырсыҡ бала сығарғанда һоло, ҡарабойҙай сәс.
*Торна бейеһә, һауа йылыныр.
*Бүҙәнә ҡысҡырһа, бойҙай уңа.
*Май икмәк булдырһа, июнь бесән өлгөртә.
*Майҙа ямғыр йыш яуып, томан йыш төшһә, йыл уңышлы булыр.
*Май ямғырлы булһа, июнь ҡоро булыр.
Фото: cont.ws