

Ултыртҡанда бүлбелә бер генә үҫенте булырға тейеш, икенсеһен саҡ ҡына һындырып ташларға кәрәк.Һатып алғанда ла ике үҫентелене алмағыҙ.
Ултыртыр алдынан тупраҡты 10 л һыуҙа 50 гр иҙелгән һарымһаҡ төнәтмәһе менән ( 1 тәүлек төнәтелгән) һибегә мөмкин, Гладиолустар янына һарымһаҡ ултыртырға ла була.
Ниндәй тәрәнлектә ултыртырға?
Бүлбенең диаметры өскә ҡабатлана - шул тәрәнлеккә ултыртыла. Үҫентеһен тураға өҫкә ҡаратып ҡалдыралар.
Тәрәнерәк ултыртылған гладиолустың сәскәләре сағыу һәм ҡупшыраҡ ,ә һабағы тура ғына була. Һай ултыртҡанда - үҫентеләре күберәк була.
Бүлбеләр утыртасаҡ соҡорға ҡом һалығыҙ, өҫтөн дә башта ҡом менән, унан ғына балсыҡ менән күмегеҙ.
Гладиолус үҫкән участокка көн буйына ҡояш яҡтыһы төшһөн. Йыл һайын урынын алыштырып ултырталар.
Йәй буйына өс тапҡыр ашлама кертәләр.
1 . Өсөнсө япраҡ ебәргәс.
2.Алтынсы япрағы барлыҡҡа килгәс.
3.⠀Сәскәгә бөрөләнгәс.
Гладиолустар көҙгә ҡәҙәр сәскә атып ултырһын тиһәгеҙ, уларҙы аҙна - ун көн аралығы менән бер нисә срокта ултыртығыҙ.
Фото: tyst.ru
https://vk.com/vatandash_journal