

Тәүҙә рәшәткәләрҙең һыуынғанын көтөргә. Шул арала уға ярарлыҡ пакет әҙерләп ҡуйырға һәм уның эсенә шыйыҡ һабын, йә һауыт-һаба йыуыу өсөн шыйыҡса һалырға кәрәк. Пакет урынына пленка ла ҡулланырға була. Шыйыҡсаны пакет буйлап таратырға, рәшәткәне һалғас, уның тотҡаһынан яҡшылап бәйләп ҡуйырға. Шулай иртәнсәккә тиклем урамда ҡалдырырға була. Әгәр рәшәткәгә ныҡ ҡарайған һәм майлы булһа, бер-ике көн пакетта тотоғоҙ. Унан пакеттан алып, һыу аҫтында губка менән йыуаһы ғына ҡала. Ул тап-таҙа булып, ҡояшта ялтырап торасаҡ, хатта.
Фото: kaminia.ru