+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
7 Май 2025, 07:15

Өс бала

Өс бала тимер юл буйлап барғанда ажғырып килгән ике поезд уртаһында ҡалған. Ситтән ҡарап тороусылар:«Былар өсөһө лә үлгәндер инде», - тип уйлаған. Әммә, ғәжәпкә ҡаршы, өсәүһе лә иҫән була.

Өс балаӨс бала
Өс бала

Балалар янында ғына йөрөгән шайтандар үҙ-ара бәхәсләшә башлай:
- Һин ниңә беренсеһен поезд аҫтына ырғытманың?
- Ырғыта алманым шул, ул бит иртәнән намаҙ уҡып, Аллаһы Тәғәлә менән килешеп ҡуя, уға бер нисек тә зыян эшләп булмай!
- Ә һин ниңә икенсеһен ырғытманың?
- Ырғытырға, ул бит юлға сығыр алдынан «Аятел Көрси»не өс тапҡыр уҡый. Тейеп булмай уға!
- Ә өсөнсөһөн? Ул бит ни Аллаға, ни муллаға ышанмай!
- Шулайын шулай ҙа, ләкин ул өйҙән сығып киткәндә уны әсәһе: «Иҫән - һау йөрөп ҡайт балам, Аллаһы Тәғәлә ташламаһын, һаҡлап йөрөтһөн үҙеңде!» - тип доға уҡып оҙатып ҡалды.Бар,тейеп ҡара һин уға! - ти.

Беҙ ҙә балаларыбыҙҙы һәр ваҡыт матур теләктәр теләп, доғалар уҡып оҙатып ҡалайыҡ. Уларҙың барыһына ла имен- аман әйләнеп ҡайтырға яҙһын!????

Автор:
Читайте нас