+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
12 Май 2025, 08:15

Никахҡа ҡағылышлы башҡорт халыҡ мәҡәлдәре

* Өйләнмәгәндең тамыры ҡорор.* Яҡшы ат бығауһыҙ йөрөмәҫ, алама атҡа тышау ҙа теймәҫ.* Арғымаҡтың билгеһе – ҡаҙы йыймаҫ, ял йыйыр,яман егет билгеһе – ҡатын алмаҫ, мал йыйыр.* Өйләнмәгәндең өйө булмаҫ, өйө булһа ла, иле булмаҫ.* Өйләнеү – көйләнеү.* Дәртһеҙ кеше – күҫәк, йәрһеҙ кеше – ишәк.

Никахҡа ҡағылышлы башҡорт халыҡ мәҡәлдәреНикахҡа ҡағылышлы башҡорт халыҡ мәҡәлдәре
Никахҡа ҡағылышлы башҡорт халыҡ мәҡәлдәре

* Донъя күрке – йәр менән.
* Өйләнмәгәндән аҡыл һорамайҙар.
* Ҡыҙ егеткә ҡушыла – ебәк булып ишелә.
* Еткән ҡыҙ кейәүҙән ҡурҡмаҫ.
* Сәскәне ваҡытында өҙөү фарыз.
* Ҡарт булһа ла ирең булһын, алама булһа ла өйөң булһын.
* Алыҫтан ат алма, яҡындан ҡыҙ алма.
* Алыҫтан ҡыҙ алһаң, ҡосаҡ-ҡосаҡ бүләк килер,
яҡындан ҡыҙ алһаң, ҡосаҡ-ҡосаҡ ғәйбәт килер.
* Ишәк туйы – иллелә.
* Менгән атың – аҡбуҙ, һөйгән йәрең – йәш ҡыҙ.
* Йәш ҡайынға терәлеп ҡарт ҡайын ҡырҡ йыл йәшәгән.
* Ҡыҙың булһа, ирҙә булһын, ирҙә булмаһа, гүрҙә булһын.
* Ҡарт ҡыҙ ир һайламаҫ, үлгән кеше ер һайламаҫ.
* Иртә өйләнгән – улынан-ҡыҙынан кинәнгән.
* Атын алма, затын ал.
* Ат алһаң – ауылың менән, ҡыҙ алһаң ырыуың менән
кәңәшләш.
* Ярап торорға өй һалма, ярап торорға бисә алма.
* Дегәнәк араһында үҫкән сәскәнән һаҡлан.
* Күҙең менән һайлама, ҡолағың менән һайла.
* Ҡыҙҙың кемлеге кемәйенән (әхирәтенән) билгеле.
* Тибешеп ятһа ла тиңең булһын.
* Юрғаһына күрә дуғаһы.
* Буйың етмәгәнгә үрелмә.
* Ҡыҙыңды үҙеңдән түбәнерәккә бир, киленде үҙеңдән
юғарыраҡтан ал.
* Бай менән ҡоҙа булһаң, наҙланып маҙаңды алыр,
ярлы менән ҡоҙа булһаң, теләнеп маҙаңды алыр.
* Ҡалаҡ тотһа, хан ҡыҙының ҡулы ҡабара.
* Ҡамышты үҙ күлеңдән ал, кәләште үҙ илеңдән (йәғни, үҙ
динеңдән, милләтеңдән) ал.
* Көсләп асҡан күҙҙең нуры юҡ.
* Һөйгән йәр – һөйәгең елеге.
* Һөймәгәнгә һөйкәлмә.
* Мөхәббәт таш ярҙырта.
* Ике күңел бер булһа, сүплек башы гөл булыр.
* Ғишыҡ тотҡан – күҙһеҙ.
* Мөхәббәт тешкә ҡарамай, эшкә ҡарай.
* Алма үҙең һөйгәнде – алданырһың, ал үҙеңде һөйгәнде –
ҡыуанырһың.
* Ныҡ һөйә тип һөйөнмә, уртаса һөйә тип көйөнмә.
* Оялсан егет йәрһеҙ ҡалыр.
* Асҡыс ярамаҫ йоҙаҡ юҡ.
* Ҡыҙ оҙатҡан яланғас ҡалыр, килен алған түренә урын
һалыр.
* Бирмәҫ ҡыҙҙың ҡалымы ҙур.
* Ҡыҙыңа тиң кейәү килһә, ҡалым алма, тиген (бушлай) бир.
* Ат алһаң арба кәрәк, ҡатын алһаң бары ла кәрәк.
* Эшкә ашмаған ир – башыңа сир.
* Ябағаны яуға менмә, ялы бар тип, яман менән ҡоҙа булма,
малы бар тип.
* Бер бар – берәгәйле бар.
* Туғандарҙың татыулығы бар байлыҡтан артыҡ.

Автор:
Читайте нас