

Мәрхүмдәрҙең өсө менән етеһен һәм башҡа көндәрен уҡытыу зарурлығы шунан тыуған: уларҙы оноторға ярамай, вафат булғандар доғаға мохтаж. Һәр ваҡыт рухтарына аяттар бағышлап, Ҡөрьән уҡытып торорға кәрәк. Уларҙы ҡасан уҡыһаң да ярай. Аятты аныҡ көндәрҙә генә уҡытыу мөһим түгел. Иң кәрәге – әруахтарҙы онотмау.
Мосолманды табутҡа һалып ерләү яраймы?
Мәрхүмде табутта ерләргә ярамай. Аллаһы Тәғәлә Әҙәм ғәләйһис-сәләмде тупраҡтан яралтҡан, уның балалары ла тупраҡҡа кире ҡайтырға тейеш. Ер – пак, шуға ла кешене, өс ҡат кәфенгә төрөп, ергә һалалар. Ә табут тупраҡ менән кеше араһында кәртә булып тора.