

Әммә уны теплицала һаҡлыҡ менән ҡулланырға кәрәк. Күпкә китһә, ул тупраҡты боҙа, ә ҡыярҙар уның нейтраль реакциялы булыуын ярата.
Теплицалағы ҡыярҙы бер миҙгелдә, ғәҙәттә, көл менән 4 тапҡыр "һыйларға" мөмкин:
беренсе ысын япраҡтар барлыҡҡа килгәс;
сәскә атыу башланғас;
ҡыярҙар дәррәү өлгөргәндә;
өсөнсө өҫтәмә ашламанан һуң 2 аҙна үткәс.
Көлдө ҡыяр төптәренә һалып, тупраҡ менән күмештереп ҡуялар. Йә иһә бер биҙрә һыуға 1-2 стакан көл һалып иретеп, һәр төпкә 0,5-2 литр нисбәтенән һибәләр.
Фото: agro-market24.ru