+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
22 Май 2025, 08:05

ҠАЙЫРЫЛМАҺЫН ҠАНАТТАР!

Ул эштә тотҡарланһа, кәләше бер нисә ҡат шылтырата ине. Тыңғы бирмәй. Әҙ генә бушаһа, шул китапты уҡы әле, был киноны ҡара әле тип маҙаһыҙлай. Спортзалға йөрө ти. «Файҙалы ризыҡ»,—тип көсләп тигәндәй нимәлер ашата. Тәмәке тартыуыңды ташла тип көсләшә. Дуҫтары менән осрашыуын да өнәмәй, һыра эсеп ултырыуын бөтөнләй оҡшатмай. Юҡ, юҡ, былай бармай. Уның ҡатыны ауырыу, күрәһең... Ир бит 10 йыл самаһы тамуҡта йәшәгәндәй йәшәй. Төрмәлә. Ҡатыны уны һындырҙы, ҡанаттарын ҡайырҙы, тормошон юҡҡа сығарҙы... 

ҠАЙЫРЫЛМАҺЫН ҠАНАТТАР!ҠАЙЫРЫЛМАҺЫН ҠАНАТТАР!
ҠАЙЫРЫЛМАҺЫН ҠАНАТТАР!

Артабан былай йәшәү мөмкин түгел. Ир иреклеккә ынтылды... Ирҙең был уйын белгәс, дуҫы һораны: —Өйләнгәнгә тиклем нимәң бар ине? —Бер нәмәм дә! Машинам да, фатирым да булманы. Кәләшем миңә яратып сыҡты. Уйлауымса, ул мине—бер нәмәһеҙ ирҙе юрый һайлаған, әҙ генә бер нәмә булһа, ауыҙымды ябырға! Дуҫы тағы һорау бирҙе: —Хәҙер нимәң бар? —Машинам яҡшы, фатирым бар, ҡала ситендә йортом. Ҙур булмаған производство эшләп тора. Улым беренсе класта. Ҡарйөрөгөс бар, ҡышын ял итә сыға алам.

—Ғаилә, һаулыҡ, аҡса...Ә нисек бер нәмәң дә юҡ ине, хәҙер барыһы ла бар? Алама ҡатын менән быға өлгәшеп булмай. Тапҡанһығыҙ! Өлгәшкәнһегеҙ! Ә һин ҡанатым ҡайырылды тиһең... Ә һин тотҡарланһаң, ҡатының шылтырата, сөнки ул борсола, һинең өсөн борсола.

—Артыҡ иғтибар. Сикләй мине. Арыным.

—Һине хәстәрләгән, һине яратҡан кәләшеңде әрләрҙән алда, уйлан. Нимәң юҡ ине, уның менән нимәле булдың?

Ир уйланды. Ысынлап та, ҡатыны уны, ул ҡатынын, улын ярата. Дуҫтары бик һирәк ҡалды. Кемеһелер эсә, кемеһелер төрмәлә... Ҡатыны тәмле бешерә. Өйҙә бөхтә, йылы, ҡотло. Ғөмүмән, ғаиләңдең булыуы бик һәйбәт тә һуң! Ҡатыны булмаһа, ир ни эшләр ине? Ҡанаты булмаҫ ине. Ә әле бар—улы һәм ҡатыны.

...Ирҙең тәмәке тартҡыһы ла килмәй бит. Ул өйөнә ҡайтырға ашыҡты. Ҡатыны ике тапҡыр шылтыратып ташлаған икән...

 

Автор:
Читайте нас