

Тәжрибә үткәреү өсөн 20-24 йәшлек һау кешеләрҙе алғандар. Улар барыһы ла уңайлы ғына температурала (+23 градус) йоҡларға ята. Тик берәүҙәре нәски кейә, икенселәре яланаяҡ була.
Һәм нәскилеләр, аяҡтары йылынып, 7,5 минутҡа иртәрәк йоҡлап киткән, 32 минутҡа оҙағыраҡ һәм төн уртаһында 7,5 тапҡыр һирәгерәк уянған. Аяҡтары ла төн буйына 1,3 градусҡа йылыраҡ булған.
Нәскиҙәрҙең ғәжәйеп “йоҡлатҡыс” тәьҫиренең сере нәҡ бына температурала тип һанай тәжрибәне үткәреүселәр.
Эш шунда: төнгә ҡарай тәнебеҙҙә мелатонин етештереү көсәйә, ә күкрәк ситлеге, эс ҡыуышлығы эсендә һәм башҡа ағзаларҙа температура бер аҙ түбәнәйә – был йәтерәк йоҡоға китеү өсөн сигналдар.
Фото: tantasalute.it