+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
17 Июнь 2025, 06:00

Бөгөндән туҡтаһын ине...

Рәсәй математигы, тарихи циклдарҙы тикшереүсе Григорий Кваша Украиналағы махсус хәрби операция 2025 йылда тамамланасағын иҫәпләп сығарған. Ғалим әйтеүенсә, һүҙ бөтә донъя конфликттары тураһында бара, Рәсәй һәм Украина ҡаршылығы хаҡында ғына түгел. Ул быны һуғыштар өсөн сәбәптәрҙең юҡҡа сығыуы һәм тарихи циклдың алмашыныуы менән бәйләй.

Бөгөндән туҡтаһын ине...Бөгөндән туҡтаһын ине...
Бөгөндән туҡтаһын ине...

"Мин, әлбиттә, бер ниндәй ҙә винтовка йәки пушканың бер тапҡыр ҙа атмауына гарантия бирә алмайым, әммә һуғыштар өсөн булған төп сәбәп (тоталитар игеҙәктәрҙең булыуы) юҡҡа сығасаҡ, 2025 йылдан һуң улар (тоталитар "двойниктар". – Авт.) бер ҡасан да булмаясаҡ", — тип белдергән Кваша.

Кваша билдәләп үтеүенсә, 2025 йылдан һуң һәр төркөм эске сәйәсәт менән шөғөлләнәсәк, кемделер яулап алыу тураһындағы уйҙарын ҡалдырасаҡ. Математик шулай уҡ тыныслыҡтың яҡынлашыуы тураһында һөйләүсе иҫәпләүҙәрен күрһәткән.

Кваша 24 йыллыҡ цикл барлығы хаҡында ла әйтте, уның нигеҙендә йылдар һаны аша Рәсәйҙә тыныс ваҡыт етә. Ул аңлатыуынса, 12 хәрби йыл 24 тыныс йыл менән сиратлаша. Мәҫәлән, бындай осор беренсе тапҡыр 1905-1917 йылдарҙа була, һуңынан Беренсе бөтә донъя һуғышы тамамлана. Киләһе цикл 1941 йылда башланған һәм 1953 йылға тиклем дауам иткән, цикл аҙағында ҡапыл Корея һуғышы туҡтаны. Алға табан 12 йыллыҡ цикл 1977 йылдан 1989 йылға тиклем дауам иткән Афғанстан булды. Хәҙер, математиктың фекеренсә, 2013 йылдан 2025 йылға тиклем дауам иткән сираттағы "һуғыш ваҡыт"ы тамамлана. Ошо иҫәп буйынса, СВО быйыл уҡ тамамланырға тейеш.

 

Фото: dzen.ruhttps://ya.ru/images/dzen.ru

Автор:
Читайте нас