+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
18 Июнь 2025, 06:05

Үлһен, әйҙә...

Бер йәш килендең оло һарығы көтөүҙән ҡайтып ятып үлгән, ти. Нишләргә? Айырым йәшәй башлауҙарына аҙ ғына ваҡыт үткән. Кейәүе эштән ҡайтһа, әрләй бит инде донъя көтә белмәйһең, тип. Уйлай-уйлай, үҙенә урын таба алмай йөрөгәндә, әмәлгә ҡалғандай, күрше инәй йомош менән ингән...

Үлһен, әйҙә...Үлһен, әйҙә...
Үлһен, әйҙә...

-Нишләйем икән, инәй, кәңәшенде бирсе?
Донъяла күпте күргән инәйе:
- Һин, килен, ҡурҡма, йоҡларға ятҡас, ҡосаҡлашҡанда ипләп кенә әйт тә ҡуй, ундай ваҡытта ирҙәр йомшаҡ була ул, - ти икән.
Килен тап инәйе әйткәнсә эшләгән дә. Йоҡларға ятҡас, кейәүен ҡосағына алған да иркәләүҙәр араһында, беҙҙең оло һарыҡ үлде бит әле тигән шым ғына.
Теге кейәү ҡалҡына биреп: Үлгән!?!? - тип һораған, шунан яйлап, шымыраҡ: Үлгән... Үлһен.... Үлһен дә! -тип һамаҡлаған ти, кәләшенең иркәләүенә иҫереп...

Фото: yarkoeplamya.ru

Автор:
Читайте нас