+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
20 Июнь 2025, 05:40

Ауыҙығыҙға бал да май

Әсәлек капиталы 1,5 миллион һумға етә, тиҙәр. Ә өсөнсө балаға 2,6 миллион...

Ауыҙығыҙға бал да майАуыҙығыҙға бал да май
Ауыҙығыҙға бал да май

Дәүләт Думаһына икенсе бала тыуғанда әсәлек капиталын 1,5 миллион һумға ҡәҙәр арттырыу тураһында закон проекты индерелде, тип яҙа «Российская газета». Был, инициаторҙар фекеренсә, тыуымды арттырырға ярҙам итәсәк. Әсәлек капиталын тәүге балаға әлеге кимәлдә – 690 мең һум самаһы – ҡалдырырға тәҡдим ителә. Ә артабан тыуған һәр бала өсөн сумманы (912 мең һум) 25 процентҡа арттырырға кәрәк тиелә. Шулай итеп, әгәр өс бала булһа, 2,6 миллион һум аҡса алырға мөмкин буласаҡ. Ә дүртәү йәки бишәү булһа? Үҙегеҙ иҫәпләп ҡарағыҙ...

Фото: aif.ru

 

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-06-19/s-lek-kapitaly-1-5-million-um-a-et-ti-r-4282970

Автор:
Читайте нас